Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Хаҡтарҙың нигеҙһеҙ күтәрелеүенә мөнәсәбәте булғандар яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ»

Иҡтисад

7 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына, шулай уҡ Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең БР буйынса территориаль идаралығына социаль әһәмиәтле тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтарҙың билдәләнешен тикшерергә ҡушты.

Контроллек итеүсе ведомстволар белгестәре республиканың аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт баҙарҙарында хаҡтарға ентекле анализ яһай, аҙыҡ-түлеккә, иң кәрәкле әйберҙәргә, бензин һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙы арттырыуҙың нигеҙле булыу-булмауын тикшерә.

Тикшереүҙәр эре сауҙа үҙәктәрендә, шулай уҡ ҙур булмаған магазиндарҙа, автозаправкалау станцияларында үткәрелә. Сара һөҙөмтәләре буйынса социаль әһәмиәтле тауарҙарға хаҡтарҙы арттырыу осраҡтары асыҡланһа, тейешле саралар күреләсәк.

“Беҙ республиканың ҡулланыу баҙарында хаҡтарға бәйле хәлде иғтибар менән күҙәтәбеҙ. Хаҡты нигеҙһеҙ арттырыуға мөнәсәбәте булғандарҙың барыһы ла яуапҡа тарттырыласаҡ”, – тине Рөстәм Хәмитов.

Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, аҙыҡ-түлеккә күмәртә хаҡтары 2010 йылдың декабрендә үк артҡан. Башҡортостанда хаҡтарға бәйле хәлгә ентекле анализ 10 ғинуарҙа республика Президентына тәҡдим ителәсәк.

БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтары боҙолоу хаҡында ялыу менән түбәндәге телефон буйынса шылтыратырға мөмкин: +7(347) 223-95-85 (байрам көндәрендә 9-ҙан 14 сәғәткә тиклем). Хаҡтарҙың нигеҙһеҙ арттырылыуы хаҡында мәғлүмәттәр менән Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығында түбәндәге телефон буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: +7(347) 273-34-05.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть