11 декабрь, Йәкшәмбе

06 ғинуар 2011 йыл, 15:28

Рөстәм Хәмитов Суминдың вафат булыуына бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Силәбе өлкәһенең элекке губернаторы Петр Суминдың вафат булыуына бәйле ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе. Силәбе өлкәһе хакимиәте исеменә республика башлығы ебәргән телеграммала былай тиелә:

“Өлкәнең элекке губернаторы Петр Иванович Сумин вафат булыу сәбәпле, ҡайғы уртаҡлашам.

Петр Иванович һоҡланғыс, талантлы кеше, ҙур төбәк етәксеһе, дәүләт эшмәкәре һәм патриот булараҡ киң билдәле кеше ине. Бөтә ғүмерен тыуған яғына арнаны, өлкә иҡтисадын, социаль һәм мәҙәни тармаҡтарҙы үҫтереүгә, төбәк-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә ҙур өлөш индерҙе.

Ул республикабыҙҙың ҙур дуҫы булды, беҙҙә ул һәр саҡ тәрән ихтирам ҡаҙанды. Силәбе өлкәһе етәкселегенең әүҙем сәйәсәте һөҙөмтәһендә бөгөн өлкә Рәсәйҙә Башҡортостандың төп сауҙа партнеры булараҡ беренсе урынды ныҡлы биләй.

Петр Иванович Сумин хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр”.