11 декабрь, Йәкшәмбе

31 декабрь 2010 йыл, 13:34

Башҡортостанда Яңы йылда өс мең милиционер тәртип һағында торасаҡ

автор: Ольга Мортазина

Һуңғы егерме йылда Яңы йыл төнөндә етди ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлмәне. Быйыл да байрам бәлә-ҡазаһыҙ үтһен өсөн милиционерҙар бар көсөн һаласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығынан.

Яңы йыл байрамдарында йәмәғәт тәртибен һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү хоҡуҡ һаҡлаусылар өсөн – айырыуса мөһим эш. Төп бурыс: Яңы йыл каникулдарында һәр төрлө насар ваҡиғалар менән байрам кәйефе боҙолмаҫҡа тейеш.  Һәм был көндәрҙә милиция көсәйтелгән эш режимына күсә. 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндә 800 меңдән ашыу граждан урамға байрамға сығасаҡ. Өс мең милиционер уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлаясаҡ, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.