4 декабрь, Йәкшәмбе

31 декабрь 2010 йыл, 13:10

2010 йылда Башҡортостанда 820 мең тонна ашлыҡ һуғылған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Игендән тулайым йыйым 2010 йылда 820 мең тонна тәшкил иткән, эшкәртелгәндән һуң 745 мең тоннаһы ҡалған. Ҡоролоҡ арҡаһында Башҡортостанда игендең уртаса уңышы гектарынан 9,4 центнер ғына тәшкил иткән. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала 56,4 мең тонна көнбағыш һуғып алынған — гектарынан 6,8 центнер. Ни бары 376,4 мең тонна татлы тамыраҙыҡ ҡаҙып алынған.

Ҡоролоҡтан зыян күргән башҡа төбәктәр кеүек үк, республика аграрийҙарын икенсе икмәк уңышы ла ҡыуандырманы. Бөтә төр категориялағы хужалыҡтарҙа 407,2 мең тонна картуф үҫтерелгән. Асыҡ һәм ябыҡ грунттан 254,2 мең тонна йәшелсә алынған.