5 декабрь, Дүшәмбе

31 декабрь 2010 йыл, 12:58

Рәсүл Ҡарабулатов Башҡорт дәүләт филармонияһына директор булып ҡайтты

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Билдәле башҡарыусы Рәсүл Ҡарабулатов Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына директор булып әйләнеп ҡайтты. Ҡасандыр ул филармонияла солист, һуңынан легендар «Карауанһарай» төркөмө етәксеһе булды.

Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡабул итеү бүлмәһенән, коллективты яңы етәксе менән таныштырҙылар ҙа инде, тип хәбәр иттеләр.

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығында яңы етәксе тәғәйенләү тураһында мәғлүмәтте раҫланылар.  

Рәсүл Ҡарабулатов 1968 йылда Ейәнсура районының Урта Муйнаҡ ауылында тыуған. 1987 йылда Өфө сәнғәт училищеһын ҡурай класы буйынса тамамлаған. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, 1991 йылда Өфө сәнғәт институтының театр бүлегенә уҡырға инә. Шул уҡ йылда Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсында I урын яулай. 1996 йылда йәштәр театры актерҙары менән бергә Ш. Бабич исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ була. 1997 йылда уға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме бирелә.

Бөгөн Рәсүл Ҡарабулатов республиканың ғына түгел, шулай уҡ Рәсәйҙең танылған сәхнә йондоҙҙары иҫәбендә. ЮНЕСКО саҡырыуы буйынса ул Польшала, Германияла, Бельгияла, Голландияла һәм Францияла гастролдәрҙә булып ҡайтты.

2007 йылдан Рәсүл Ҡарабулатов Конгресс-холға етәкселек итте.