5 декабрь, Дүшәмбе

31 декабрь 2010 йыл, 12:07

Төрөк бизнесмендары Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар бүлергә әҙер

автор: Әлим Фәйезов

Төркиәнең сәнәғәт яғынан үҫешкән төбәктәренең береһе – Денизли вилайетында    Башҡортостан Республикаһының Төркиәләге Вәкиллеге һәм 1100 фирманы берләштергән Денизли Сәнәғәт палатаһы Башҡортостандың инвестиция проекттарын презентациялауҙы ойошторҙо. Башҡортостан Республикаһының Төркиәләге Вәкиллеге етәксеһе Кәншәүбий Мизиев хәбәр итеүенсә, Палата идараһы һәм етәксе советы (мәжлес) ағзалары, 200-ләп компания ингән Бабадаг сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзынан етештереүселәр һәм эшҡыуарҙар, шулай уҡ «Денизли» сәнәғәт зонаһы (индустриаль паркы) етәкселеге менән осрашыуҙар үткәрелде.  

Денизли – туҡыу сәнәғәте өлкәһендә Төркиәнең алдынғы төбәктәренең береһе, махер изделиелар етештереү буйынса беренсе урында тора. Бынан тыш, бында фанера һәм ДСП, кабель продукцияһы, шулай уҡ мәрмәр табыу һәм эшкәртеү кеүек секторҙар ҙа үҫешкән.  

Презентация барышында Башҡортостан тураһында фильм күрһәтелде. Башҡортостандың Төркиәләге вәкиле Кәншәүбий Мизиев республика иҡтисадының үҫешә барыуы, төбәк етәкселегендәге үҙгәрештәр менән бәйле етештереүселәр һәм эшҡыуарҙар алдында торған яңы бурыстар хаҡында һөйләне, республика иҡтисадына средстволарҙы ҡыйыу инвестицияларға һәм Башҡортостан менән сауҙа итергә саҡырҙы.  

Палатаның етәксе советы рәйесе Мәхмәт Тосуноглу үҙ сығышында, осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Рәсәй республикаһы хаҡында ентекле мәғлүмәт алды һәм Башҡортостан иҡтисадының үҫеш кимәленә хайран ҡалды, тип билдәләне.

Осрашыуҙарҙа Денизли вилайеты  губернаторы Явуз Эркмен, Денизли сәнәғәт палатаһы рәйесе Мюждат Кечеджи, «Бабадаг» сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы рәйесе Хөсәйен Мемишоглу ҡатнашты.