5 декабрь, Дүшәмбе

31 декабрь 2010 йыл, 10:41

Григорий Рапота Волга буйы төбәге халҡын Яңы йыл менән ҡотланы

автор: "Башинформ"

Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота Рәсәйҙең 14 төбәге халҡын Яңы 2011 йыл һәм Раштыуа байрамы менән ҡотланы.

«Һәр ҡайһыбыҙ өсөн был көндәр – күңелле байрам мәшәҡәттәре, туғандар, яҡындар, дуҫтар менән осрашыуҙар мәле. Уҙған йылға йомғаҡ яһау йолаһы ла үҙгәрешһеҙ ҡала. Беҙ тормошобоҙҙа булған изге һәм яҡшы күренештәрҙең барыһын да хәтерҙә һаҡларға тырышабыҙ, шул уҡ ваҡытта уҙған йыл һабаҡтарынан дөрөҫ һығымта яһау ҙа мөһим.

Волга буйы округы өсөн, бөтә ил өсөн кеүек үк, 2010 йыл шатлыҡлы ла, һағышлы ла ваҡиғалар менән иҫтә ҡалды, уларҙың һәр береһе үҙ эҙен ҡалдырҙы һәм фажиғәле хәлдәрҙән дә беҙ дөрөҫ һығымта яһарбыҙ, уларҙың ҡабатланыуына юл ҡуймаҫҡа тырышырбыҙ, тип ышанғы килә», – тиелә ҡотлауҙа.

Вәкил оло быуындың тәрән аҡылы, йәштәрҙең көс-дәрте, быуаттарҙан килгән татыулыҡ һәм ярҙамсыллыҡ йолалары бөтә ҡыйынлыҡтарҙы һәм ҡайғы-михнәттәрҙе еңеп сығырға булышлыҡ итер, тигән ышаныс белдерә һәм, Волга буйы федераль округы халҡын Яңы 2011 йыл менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, именлек, гармония, оптимизм һәм бәхет теләй.

темалар: ҡотлауҙар