Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Эрнст Исаев Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Эрнст Исаевты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР ауыл хужалығы министры итеп тәғәйенләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Эрнст Фарит улы Исаев 1962 йылдың 1 майында Өфөлә тыуған. Өфө нефть институтын «инженер-механик» белгеслеге буйынса тамамлаған.

1984 – 1990 йылдарҙа — «Башнефть» производство берекмәһенең Быраулау эштәре идаралығында слесарь, мастер, өлкән механик.

1990 – 1991 йылдарҙа — Өфө авиация институтында төп инженер.

1991 – 1993 йылдарҙа — «Лигас» коммерция инновация үҙәгенең техник директоры.

1993 – 1995 йылдарҙа — «Вест Фуд» ябыҡ типтағы акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.

1995 – 1999 йылдарҙа — «Нерал» фирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры.

1999 йылдан — «Нерал» компаниялары төркөмө президенты.

2003 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

2007 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем — РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, Аграр мәсьәләләр буйынса комитет ағзаһы.  

Башҡортостан Президентының икенсе Указы менән Азат Йыһаншин БР ауыл хужалығы министры вазифаһынан бушатылды. Республика Хөкүмәте ҡарары менән ул БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть