4 декабрь, Йәкшәмбе

30 декабрь 2010 йыл, 15:30

Мысыр шәйехтәре Өфө мосолмандары менән осрашты

автор: Тимур Рәхмәтуллин | автор фотоһы

Шаршамбы көндө М.Солтанова исемендәге Ислам колледжында Мысырҙан килгән дүрт шәйехтең Өфө мосолмандары менән осрашыуы үтте. Ойоштороусылар булып колледж етәкселеге һәм «Рисәләт-Послание» гәзите мөхәрририәте сығыш яһаны. Йыйылыш баҫмаға яҙылыу кампанияһына йомғаҡ яһау сиктәрендә үтте.

Ғәрәп ҡунаҡтар республикала конфессия-ара хәлдең тотороҡло булыуын һәм Башҡортостан етәкселегенең дингә ҡарата аҡыллы сәйәсәтен билдәләне.  

— Башҡортостанға килеүемә беренсе йыл түгел, — тине шәйех Хөсәйен Ид. – Миңә райондар буйлап йөрөү, диндәштәр менән аралашыу оҡшай. Аңлауымса, халыҡты мосолман лозунгылары аҫтына йәшеренгән агрессия күренештәре борсолдора. Мин барыһына ла, ислам бер ниндәй экстремизм һәм терроризмды рөхсәт итмәй, тип яуап бирәм. Дин тотоусы тормошоноң төп маҡсаты – Хоҙай Тәғәләнең мәрхәмәтенә ирешеү. Был, тимәк, енәйәт эшләмәү, дәүләт нигеҙҙәрен  боҙмау.

Ислам колледжы директоры Илдар Малахов әйтеүенсә, шәйехтәр Өфөгә «Әл-Әзһәр» халыҡ-ара ислам университетының (Ҡаһирә, Мысыр) Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты менән хеҙмәттәшлеге программаһы буйынса килгән. Ғәрәп белгестәр колледж студенттарын уҡыта һәм республика райондарында ислам нигеҙҙәре буйнса лекциялар алып бара.