Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Кадрҙар проблемаһын БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы закондар сығарыу кимәлендә хәл итергә тәҡдим итә

Йәмғиәт

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кадрҙар дефициты проблемаһын Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ярҙамында хәл итергә планлаштыра.

— Һәр төрлө варианттар ҡарала, әммә бында системалы, кардиналь ҡарар кәрәк. Депутаттар был проблеманы хәл итергә ярҙам итһен өсөн, әле беҙ закон сығарыу инициативаһы мәсьәләһен тикшерәбеҙ, — тине БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Георгий Шебаев Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында барған тапшырыуҙа. — Бер яҡтан, был торлаҡ биреү, икенсенән — эш хаҡын күтәреү, ниндәйҙер төбәк кимәлендәге өҫтәмәләр һәм башҡалар.

— Беҙҙә кадрҙар дефициты, ҡала һәм ауыл араһында тигеҙһеҙлек бар. Күптәр баш ҡалала йәки башҡа ҙур ҡалаларҙа эшләргә теләй. Һәм был проблеманы, күрәһең, урында табиптарҙы йәлеп итерлек шарттар тыуҙырып ҡына хәл итергә булалыр, — тип билдәләне Георгий Шебаев.

Уның әйтеүенсә, кадрҙар – ул кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән мәсьәлә.

— Беҙ дауаханалар төҙөп, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландыра алабыҙ, әммә унда белгестәр булмаһа, был республикаға файҙа алып килмәйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть