8 декабрь, Кесе йома

30 декабрь 2010 йыл, 14:25

Ялыу менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығына мөрәжәғәт итергә мөмкин

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан халҡы медицина учреждениеһына һәм уның хеҙмәткәрҙәренә ялыу менән төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығының үҙенә мөрәжәғәт итә ала. Был турала Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Георгий Шебаев БЮТ каналы эфирында белдерҙе.

Ул, ялыуҙар менән туранан-тура Һаулыҡ һаҡлау министрлығына (347) 250-33-10 телефоны аша мөрәжәғәт итеп, ҡабул итеүгә яҙылырға йәки рәсми хат яҙырға мөмкин, тип билдәләне.

— Беҙ тикшереп, айышына төшөнөрбөҙ, — тине Георгий Шебаев.

темалар: һаулыҡ һаҡлау