10 декабрь, Шәмбе

30 декабрь 2010 йыл, 13:18

Өфөлә иң яҡшы 30 белгес бүләкләнде

автор: Гүзәл Ибраһимова, Евгений Рәхимҡолов

Өфө ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин кесе йомала ҡаланың 2010 йыл дауамында хеҙмәт өлкәһендә үҙен күрһәткән 30 кешеһенә республика һәм ҡала наградаларын тапшырҙы. Иң юғары хәрмәт был юлы Өфөнөң Совет районы Халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Геннадий Шубочкинға күрһәтелде – ул Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын – беҙҙең төбәктең иң юғары наградаһын алды.

Тағы бер Хөкүмәт наградаһы Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Вилорий Угаровҡа тапшырылды – уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы» исеме бирелде. Туғыҙ кеше республика баш ҡалаһының почет грамоталары һәм «Ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» билдәләре менән бүләкләнде. Улар араһында «Айҙар» театр студияһы директоры Айҙар Ғәлимов, «Берҙәм Рәсәй» гәзитенең фотохәбәрсеһе Вячеслав Стрижевский, 3-сө гимназия директоры Әлфиә Кириллова һәм башҡалар бар.

Йәнә 19 кеше Өфө ҡала Советы почет грамоталарын алды.

темалар: наградлауҙар