Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү башланды

Сәйәсәт

Башҡортостанда алдағы һайлауҙарҙа депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү башланды. БР Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, 50-нән ашыу кандидат күрһәтелде лә инде.

Берҙәм тауыш биреү көнөндә – 2011 йылдың 13 мартында — Башҡортостан территорияһында 791 һайлау кампанияһы үткәрергә планлаштырыла, улар һөҙөмтәһендә 7378 депутат мандаты алмаштырыласаҡ. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау (28-се Отрадово һайлау округы һәм 45-се Иглин бер мандатлы һайлау округы буйынса), муниципаль район Советтары депутаттарын өҫтәмә һайлау, ҡала һәм ауыл биләмәләре Советтары депутаттарын сираттағы һайлауҙар үтәсәк. Һайлаусылар исемлегенә 1 миллион 205 меңдән ашыу һайлаусы индереләсәк.

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть