4 декабрь, Йәкшәмбе

30 декабрь 2010 йыл, 12:29

Зөһрә Рәхмәтуллина һәм Александр Никерин Наталья Бестемьянова һәм Игорь Бобрин менән осрашты

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина һәм Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин бөтә донъяға билдәле фигуристар Наталья Бестемьянова һәм Игорь Бобрин менән осрашты. Фигуристар Өфөгә «Мери Поппинс» боҙ шоуы гастролдәре менән килгән, ул балаларға «Өфө-Арена»ла бүләк ителде.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йондоҙло пар менән осрашыу сиктәрендә йәштәр-спорт ведомствоһы башлығы Александр Никерин күренекле фигуристарҙы Сибайҙағы 500 тамашасыға иҫәпләнгән яһалма боҙло ябыҡ һырғалаҡҡа барып ҡайтырға саҡырҙы.

Ҙур ҡунаҡтар шулай уҡ мөһим проектты тормошҡа ашырырға — Өфөлә боҙ миниатюралары театры һәм фигуралы шыуыу мәктәбе асырға планлаштыра. Әлеге ваҡытта проекттың эскизы бар, уға классик олимпия ҙурлығындағы боҙ майҙаны һәм ике мең урынлыҡ тамашасылар өсөн трибуналар инә.

Спорт министрлығы башлығы әйтеүенсә, был спорт үҙәген төҙөү Башҡортостанда фигуралы шыуыуҙы үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.