Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Татарстан фермеры һимертеү өсөн башмаҡтарҙы Башҡортостандан һатып ала

Иҡтисад

Татарстандың Арча районынан фермер Камил Фатихов Башҡортостанда һатып алынған үгеҙҙәрҙе үҫтереп һимертә. Малдың беренсе партияһын ул эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларына һатты ла инде. Был турала, Татарстан Фермерҙар һәм крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы рәйесе Камияр Байтемировҡа һылтанып, «Татар-информ» агентлығы хәбәр итә.

Камил Фатихов игенселек менән шөғөлләнә. Әммә 2009 йылдың ҡоро йәйе уға өҫтәмә табыш сығанаҡтарына мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белдерҙе. Бындай сығанаҡ итеп ул малсылыҡты һайланы.

5-6 айлыҡ башмаҡтарҙы фермер Башҡортостандан һатып ала, бында үгеҙҙәр Татарстандағынан күпкә арзаныраҡҡа төшә. Ауыл эшҡыуары башмаҡтарҙы бер йәшкә тиклем үҫтерә. Үгеҙҙәрҙең беренсе партияһын һатыуҙан ул ярайһы уҡ отош алды. Был ваҡыт эсендә уның хатта үҙ мал һатып алыусылары барлыҡҡа килде.

Күптән түгел фермер Башҡортостандан тағын ит йүнәлешендәге 50 быҙау килтерҙе һәм һимертеүҙең яңы циклын башланы.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть