Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

НефАЗ-ды ғинуарҙа әүҙем эш көтә

Иҡтисад

«Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә 2011 йылдың башы ярайһы уҡ көсөргәнешле булырға вәғәҙә итә. Яңы йылдың ғинуарына ҡулланыусыларҙан 550 миллион һумлыҡ заказдар алынды, был быйылғы йылдың ғинуарына ҡарағанда ике тапҡырға күберәк, тип хәбәр иттеләр «НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән.

Ғинуарҙа эш көндәре күпкә аҙыраҡ булыуын иҫәпкә алғанда, йылдам темпта эшләргә тура киләсәк.  

Предприятиеның яҡынса эш йомғаҡтарына килгәндә, 2010 йылдың декабрендә 770 миллион һумлыҡ тауарҙар сығарыу һәм хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү көтөлә, һәм был уҙып барыусы йылда иң юғары күрһәткес.

Әйтергә кәрәк, 2008 йылдың октябрендә машина эшләүселәр көрсөктө тәүгеләрҙән булып тойҙо. Ул саҡта автотехника баҙарҙары бөтә ерҙә лә һүнеп ҡалды. Белгестәр, ғинуарҙа етештереү һәм һатыу күләмдәренең кәмемәүе Рәсәйҙә иҡтисади көрсөктөң артта ҡалыуы тураһында һөйләй, тип белдерә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть