7 декабрь, Шаршамбы

30 декабрь 2010 йыл, 10:50

Ленара Иванова: «Социаль түләүҙәр һиҙелерлек булырға тейеш»

автор: Руфина Хананова

— Бөгөн республикала 48-гә яҡын төрлө пособиелар һәм түләүҙәр иҫәпләнә. Уларҙың һанын кәметергә , ә күләмен арттырырға кәрәк. Түләүҙәрҙе һиҙелерлек һәм етдиерәк яһарға, — тип белдерҙе БЮТ телеканалындағы «Неслучайные люди» тапшырыуында Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. — 2011 йылдың 1 ғинуарынан балаға пособие алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә түләү алыу өсөн үҙ килемен раҫларға кәрәк буласаҡ. Республикала бындай ғаиләләр 300 меңгә яҡын.

Телетамашасының киләһе йылда коммуналь хеҙмәтләндереүҙәр буйынса компенсациялар тураһында студияға шылтыратыуына хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры түбәндәгесә яуап бирҙе: 2009 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ингән натураль льготаларҙы айлыҡ түләүҙәргә күсереү буйынса законға ярашлы, булған документтарҙы 2010 йылдың 31 декабренә тиклем тапшырырға кәрәк. Был түләүҙәр уртаса 15 процентҡа индексацияланасаҡ.

— Торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүҙәр өсөн түләүгә үҙ килеменең 22 проценттан ашыуын тотонған ғаиләләр ҙә субсидия алыу хоҡуғына эйә. Бындай компенсация алыусы ғаиләләр өлөшө ни бары 6,1 процент ҡына, — тине Ленара Иванова.