7 декабрь, Шаршамбы

30 декабрь 2010 йыл, 10:18

2020 йылға тиклем мәғлүмәти йәмғиәтте үҫтереү программаһы эшкәртелә

автор: Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков

Хөкүмәт Йортонда Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәт һәм телекоммуникация технологияларын үҫтереү буйынса ведомство-ара комиссияһы ултырышы үткәрелде. Унда Рәсәй Федерацияһында 2011 йылға тиклем Мәғлүмәти йәмғиәтте үҫтереү стратегияһы менән ҡаралған сараларҙың үтәлеше тикшерелде.

Ултырышты БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, комиссия рәйесе Юрий Пустовгаров алып барҙы. Ул кешеләргә йәшәү һәм эшләү уңайлыраҡ булһын өсөн был эштең ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Дәүләт хеҙмәтләндереүҙәрен электрон формала алыу — Рәсәйҙә төҙөлгән «электрон хөкүмәт» системаһы бурыстарының береһе бит.  

— Беҙҙә план-график, Президент заданиеһы бар, бик күп эштәр башҡарылған да инде, — тине Юрий Пустовгаров. – Ләкин алға киткән дәүләттәр менән сағыштырғанда беҙ әле юлдың башында ғына.

Ултырышта төп доклад менән БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов сығыш яһаны. Ул «2020 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһында мәғлүмәти йәмғиәтте үҫтереү» Республика маҡсатлы программаһы концепцияһын әҙерләү тураһында һөйләне. Был программа бер нисә маҡсатты күҙ уңында тота, уларҙың береһе — дәүләт хеҙмәттәренең асыҡлығын арттырасаҡ һәм коррупция кимәлен кәметәсәк һөҙөмтәле «электрон хөкүмәт» булдырыу. Икенсе мөһим маҡсат — ведомство-ара электрон документтар әйләнешен индереү, был төбәк дәүләт власы органдарының тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләүен тәьмин итәсәк.  

БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығына 2011 йылдың 15 февраленә тиклем «2020 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһында мәғлүмәти йәмғиәтте үҫтереү» Республика маҡсатлы программаһы концепцияһы проектын эшләргә ҡушылды.  

Ултырышта «Башҡортостандың социаль картаһы» проектын индереү тураһында ла мәғлүмәт бирелде. Был турала «Башҡортостан социаль карталар регистры» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Олег Романов һөйләне.