10 декабрь, Шәмбе

28 декабрь 2010 йыл, 11:40

Әлшәй районы халҡын аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуы һәм эшһеҙлек борсой

автор: "Башинформ"

Аҙыҡ-түлеккә хаҡтың артыуы һәм эшһеҙлек бөгөн Әлшәй районы халҡын борсоған көнүҙәк проблемалар булып тора. 2010 йылдың декабрендә Башҡортостан Фәндәр академияһының Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты тарафынан Әлшәй районында үткәрелгән социологик һорашыу барышында ошондай мәғлүмәттәр алынды.

“Бөгөн һеҙҙе ниндәй проблемалар күберәк борсой?” тигән һорауға респонденттарҙың 62,9 проценты “аҙыҡ-түлеккә хаҡтың артыуы” тип яуаплаған, һорау бирелгәндәрҙең 61 проценты эшһеҙлек проблемаһын билдәләгән.

Әлшәй районы халҡы шулай уҡ газ һәм электрға хаҡтар артыуына борсола – һорау бирелгәндәрҙең 55,7 проценты ошо хаҡта белдергән. Алкоголизм һәм эскелекте респонденттарҙың 43 проценты атаған. Яуап биреүселәрҙең 35,4 проценты фекеренсә, киҫкен проблемаларға шулай уҡ юлдарҙың насар торошо ла инә. Ауылды һәм ауыл хужалығын үҫтереү мәсьәләләре респонденттарҙың 25,3 процентын борсой.

Әлшәй районы халҡы билдәләгән проблемалар араһында шулай уҡ торлаҡ мәсьәләһе (23,6 %), ауылдан миграция (16,2 %), һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшенең сифаты (14,3 %), экологияның насар булыуы (11,2 %), эш хаҡы түләүҙе тотҡарлау (8 %), наркомания (7,6 %), бюрократик волокитаның һәм чиновниктарҙың яуапһыҙлығының артыуы (7,4 %), коррупция, ришүәтселек (5,3 %), енәйәтселек (5,1 %) һәм башҡа мәсьәләләр бар. Социологик һорауҙарға яуап биреүҙә 485 кеше ҡатнашҡан, тип хәбәр итә Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте.