5 декабрь, Дүшәмбе

29 декабрь 2010 йыл, 14:27

Рөстәм Хәмитов һәм Аркадий Ротенберг хеҙмәттәшлек тураһында договорға ҡул ҡуйҙы

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм “Төньяҡ диңгеҙ юлы” банкыһының Директорҙар советы рәйесе Аркадий Ротенберг финанс-кредит мөнәсәбәттәре өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш комплексы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам күрһәтеү ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү буйынса Яҡтарҙың ниәттәре тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы, бер яҡтан, “Төньяҡ диңгеҙ юлы” һәм “Инвестиция капиталы” банкылары, икенсе яҡтан, республика территорияһында торлаҡ төҙөлөшөн, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын, автомобиль юлдары һалыуҙы үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Шул уҡ ваҡытта банкылар ҡыҫҡа ваҡытлы кредитлауҙы, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары, төҙөлөш комплексы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары өсөн инвестиция программаларын һәм проекттарын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеүсе финанс ойошмалары сифатында эш итергә әҙер. Килешеү биш йылға төҙөлә һәм киләсәктә оҙайтылыуы мөмкин.

Белешмә өсөн. “Төньяҡ диңгеҙ юлы” банкыһы 2001 йылда ойошторола. Уның подразделениелары селтәре Рәсәйҙең 24 төбәгендә урынлашҡан һәм 85 офисты үҙ эсенә ала. “Профиль” журналы мәғлүмәттәренә (2010 йылдың 31 авгусындағы 31-се һан)    ҡарағанда,   финанс    учреждениеһы илдең иң ышаныслы кредит ойошмалары рейтингында алтынсы урынды биләй. Быйыл августа “Moody’s” халыҡ-ара рейтинг агентлығы банкыға әүәлерәк бирелгән рейтингыларҙы раҫланы: финанс ышаныслылыҡ – Е+ кимәлендә, депозиттар буйынса – В3/Not prime, милли  шкала  буйынса  кредит  һәләтлелеге – Baa3.ru.    Бөтә   рейтингылар буйынса күҙаллау – “тотороҡло”.