Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

«Башҡортостандың мәҙәни мираҫы» балаларға Яңы йыл кәйефе бүләк итте

Йәмғиәт

«Башҡортостандың мәҙәни мираҫы» Республика йәштәр йәмәғәт ойошмаһы ағзалары Яңы йыл алды көндәрендә балаларға шатлыҡ бүләк итте. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу Орджоникидзе районының аҙ тәьмин ителгән һәм имен булмаған ғаиләләренән балаларҙың йорттарына барҙы. Шишмә районының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютында йәмәғәт ойошмаһы ағзалары Яңы йыл тамашаһы ойошторҙо.

Ҡыш бабай балаларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы, ә әкиәт геройҙары уларға «Башҡортостандың мәҙәни мираҫы» йәмәғәт ойошмаһы ағзалары тарафынан йыйылған бүләктәрҙе тапшырҙы.

Сараларҙы үткәреүҙә Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәтенең 8-се социаль-профилактика үҙәге, шулай уҡ Совет районының «Әфлисун» балалар-үҫмерҙәр клубы муниципаль учреждениеһы ярҙам күрһәтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть