10 декабрь, Шәмбе

29 декабрь 2010 йыл, 17:12

Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондына ваҡытынан алда иҫәп бирҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева

2010 йылда капиталь ремонт программаһын ғәмәлгә ашырыуҙы тамамлау тураһында Рәсәйҙең һигеҙ төбәге Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондына ваҡытынан алда иҫәп бирҙе.  

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2010 йылда күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт буйынса адреслы программа тулы күләмдә үтәлгән: Башҡортостандың 20 муниципаль берәмегендә 231 күп фатирлы йорт ремонтланған.

Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан икенсеһенә күсереү буйынса республика адреслы программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә 2010 йылда республиканың 10 ҡалаһында 24 күп фатирлы йорт төҙөлгән.

Әлеге ваҡытта авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереү өсөн төҙөлгән бөтә йорттар ҙа файҙаланыуға тапшырылған. Фатирҙарҙы муниципаль милек итеп теркәү тамамланып килә, граждандарҙы күсереү процесы теркәлә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2008 йылдан алып Фонд программалары буйынса республикаға йүнәлтелгән средстволарҙың дөйөм күләме 12 миллиард һум самаһы тәшкил иткән (республика һәм урындағы бюджеттарҙан өҫтәп финанслауҙы, шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙа бина хужалары средстволарын иҫәпкә алып). Был 981 йортта ремонт яһарға, 440 авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы икенсеһенә күсерергә мөмкинлек биргән. 220600-ҙән ашыу кеше йәшәү шарттарын яҡшыртҡан.