2 декабрь, Йома

29 декабрь 2010 йыл, 16:44

Яҡындағы ике йылда Башҡортостанда ҡулланыу кәрзине элеккесә ҡаласаҡ

автор: Светлана Ғәфүрова

29 декабрҙә социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса Республика өс яҡлы комиссияһы ултырышында «Башҡортостан Республикаһында ҡулланыу кәрзине тураһында» законға үҙгәрештәр индереү хаҡында һүҙ сыҡты.

Унда, эшкә һәләтле кешеләрҙе, пенсионерҙарҙы һәм балаларҙы индереп, халыҡтың төп социаль-демографик төркөмдәре өсөн уның күләме кәмендә биш йылға бер тапҡыр билдәләнә, тиелә. Хәҙерге закондың ғәмәлдә булыу срогы 2010 йылда тамамлана, тимәк, ғәмәлдәге ҡулланыу кәрзинен ҡайтанан ҡарарға кәрәк буласаҡ.

Әммә тотош Рәсәй буйынса 2011-2012 йылдарға ҡулланыу кәрзине 2006 йылда уҡ ҡабул ителгән Федераль закон менән ҡаралған составта һәм күләмдә билдәләнгән.  

Тимәк, ҡулланыу кәрзине тураһында республика закондары ла яҡындағы ике йылда үҙгәрмәйәсәк.