3 декабрь, Шәмбе

29 декабрь 2010 йыл, 16:28

Башҡортостанда 2011 йылда 186 кадастр инженеры эш башлаясаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

2011 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһының 47 район һәм ҡалаһында 186 кадастр инженеры эш башлаясаҡ. Өфөлә — 34 яңы белгес, Стәрлетамаҡта – 11, Октябрьскийҙа – һигеҙ, Тәтешле районында туғыҙ кеше үҙенең һөнәри бурысын үтәүгә тотонасаҡ. Учалы, Благовещен һәм Шишмә райондарында алтышар кадастр инженеры буласаҡ.

БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың 22 декабрендә, кадастр инженерҙарын атттестациялау буйынса квалификация комиссияһының сираттағы ултырышында аттестат алыуға 60 дәғүәсенең ғаризаһы һәм документтары ҡаралған. Квалификация имтиханын тапшырыуға 58 дәғүәсегә рөхсәт бирергә, биш төркөм ойошторорға һәм имтихан тапшырыу өсөн төркөм составын раҫларға ҡарар ителгән.

Кадастр инженерҙарын атттестациялау буйынса квалификация комиссияһының ни бары өс ай эшләү дәүерендә Башҡортостанда 509 кешегә аттестация үтергә рөхсәт бирелгән. Шулай уҡ 2011 йылдың ғинуарына имтихандар теҙмәһе раҫланған. Әлеге ваҡытта февралгә имтихандар теҙмәһе төҙөлә.

Республиканың кадастр инженерҙары исемлеге БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының рәсми сайтында урынлашҡан һәм даими яңыртыла.