7 декабрь, Шаршамбы

29 декабрь 2010 йыл, 16:21

Ревизорҙар «Һаулыҡ» милли проекты буйынса ҡорамалдарҙың файҙаланылыуын тикшерҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева

— БР Контроль-иҫәп палатаһы «Һаулыҡ» милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында медицина ҡорамалдарын файҙаланыу һөҙөмтәлелегенә аудит үткәрҙе, — тине йомғаҡлау коллегияһында ведомство башлығы Салауат Харасов. – Республиканың 7 муниципаль берәмегендә 8 дауалау учреждениеһы тикшерелде.

Тикшереү барышында асыҡланған төп проблемалар диагностика медицина ҡорамалдарын үҙәкләштерелгән һатып алыуҙарҙы ойошторғанда ҡағиҙә боҙоуҙар һәм етешһеҙлектәргә юл ҡуйылыуға бәйләнгән. Уларҙы һөҙөмтәһеҙ файҙаланыу осраҡтары асыҡланған.

Миҫал итеп Салауат Харасов Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы базаһында төҙөлгән Төбәк ҡан тамырҙары үҙәген килтерҙе. Унда техник төҙөк булмау арҡаһында 20 миллион һумлыҡ ҡорамал 8 ай самаһы буш торған.