Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтар «тешләшмәй»

Иҡтисад

Башҡортостанстат статистиктары декабрҙә аҙыҡ-түлек продукттарына киҫкен хаҡ артыуын билдәләмәй. Шулай ҙа айырым продукттарға бер аҙ хаҡ күтәрелеүе күҙәтелә. Мәҫәлән, ноябрь менән сағыштырғанда 66 тингә онға хаҡ артҡан. Арыш-бойҙай икмәгенең хаҡы 57 тингә күтәрелгән, ә күмәс һәм батондар 1 һум 10 тингә ҡиммәтләнгән.

Сусҡа, һарыҡ итенә хаҡ үҙгәрмәгән тиерлек, ә бына тауыҡ ите арзанайған. Аҡ майҙың хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡалған. Белгестәр быны республикала үткән Яңы йыл алды йәрминкәләре менән бәйләй.  

Йәшелсәләргә хаҡтар күтәрелә башлаған. Был аңлашыла ла, йәшелсәләр миҙгеле үтте. Картуфтың бер килограммы — 4 һумға, кәбеҫтәнеке 3 һумға тиерлек артҡан.

Дөйөм алғанда бөтә Рәсәй буйынса икенсе ай рәттән тары ярмаһына һәм көнбағыш майына хаҡтар артыуы күҙәтелә. Республикала бер айҙа көнбағыш майының хаҡы 4 һум 20 тингә күтәрелде, ә тары ярмаһы 4 һум 28 тингә ҡиммәтләнде.  

Оҙайлы Яңы йыл каникулдары алдынан халыҡ янсыҡтарын һәм кредиткаларын бушата, был ғәҙәти, тип иҫәпләй Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты белгестәре.  Әлеге ваҡытта ведомство республикаға Рәсәйҙең икенсе төбәктәренән һәм Үҙәк Азия илдәренән йәшелсә-емеш продукцияһын ҡайтарыу мәсьәләһен хәл итә. Баҙарҙың витаминлы продукцияға ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндергәс, уға хаҡтар төшөүенә лә өмөтләнергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть