4 декабрь, Йәкшәмбе

29 декабрь 2010 йыл, 15:53

Рөстәм Хәмитов: «Күпләп алыусыларҙы ҡулға алырға кәрәк»

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдарын ҙур күләмдә ришүәт алыусыларға ҡаршы көрәшергә саҡырҙы. Төбәк башлығы әйтеүенсә, республикала коррупцияны бөтөрөүҙә билдәле бер ҡаҙаныштар билдәләнде лә инде. Мәҫәлән, быйыл Башҡортостанда ришүәтселекте асыҡлауҙар 40 процентҡа тиерлек артты. Әммә тотолғандар исемлегендә башлыса ваҡ мутлашыусылар. Күпләп урлашыусы коррупционерҙар иһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына яуаплылыҡтан ҡотолоп ҡала.  

— Ябай ришүәтселек – ул кисәге көн, — тине Рөстәм Хәмитов шаршамбы көнө БР Прокуратураһындағы кәңәшмәлә. — Бөгөн күпләп алалар. Тендерҙар үткәргәндә дәүләт заказсыһының туған-тыумасаһы ойошторған фирмалар еңеп сыға. Тәү ҡарашҡа, бөтәһе лә законға ярашлы кеүек. Ә һөҙөмтәлә бюджет зыян күрә. Беренсе сиратта, бөтә халҡыбыҙҙың көнкүрешенә сиктән тыш ҙур зыян килтергән коррупцияның тап ошондай осраҡтары менән көрәшергә кәрәк. Шуға күрә хоҡуҡ һаҡлау органдарын дәүләт һатып алыуҙарына айырыуса иғтибар бирергә саҡырам. Аукционда кем еңә, еңеүсе фирмаларҙың ойоштороусылары кем – быларҙы бигерәк тә иғтибарлы тикшерергә кәрәк. Бик булмаһа, мутлашыусылар тураһында мәғлүмәтте шәхсән миңә еткереүегеҙҙе һорайым. Бындай кешеләр менән беҙ наҙланып тормаясаҡбыҙ. Республикала намыҫлы һәм әҙәпле власть булырға тейеш.