9 декабрь, Йома

29 декабрь 2010 йыл, 15:30

2010 йылда Башҡортостанда хеҙмәт һаҡлау буйынса программаны ғәмәлгә ашырыуға 775 мең һум тотонолған

автор: Светлана Ғәфүрова

Бөгөн БР Хөкүмәте Йортонда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов рәйеслегендә үткән Ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышында хеҙмәт һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова 2009-2011 йылдарға хеҙмәт һаҡлау һәм шарттарын яҡшыртыу республика маҡсатлы программаһының тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләне.

Атап әйткәндә, программаны бюджет финанслауы 2009 йылда 542,5 мең һум йәки программа менән күҙ уңында тотолғандың 13,6 процентын тәшкил итте, тип билдәләнде.

2010 йылда программаны финанслау 775 мең һум йәки планлаштырылған күләмдең 19 процентын тәшкил иткән.

Нигеҙҙә был средстволар хеҙмәт һаҡлау буйынса методик әҙәбиәт, норматив документтар йыйынтыҡтары әҙерләүгә, шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары аша йәмәғәтселек иғтибарын хеҙмәт һаҡлау проблемаларына йәлеп итеү өсөн тотонолған. Бының өсөн социаль реклама менән аудио- һәм видеороликтар эшләнгән, улар урындағы радио- һәм телеканалдар аша тапшырылған.

Бюджет средстволары иҫәбенә йәнә эш урындарына хеҙмәт шарттары буйынса атттестация үткәрелгән.  

Программала предприятиелар средстволары иҫәбенә хеҙмәт һаҡлау һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу буйынса бер нисә сара үткәреү билдәләнгән. Атап әйткәндә, «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә иҫкергән ҡорамалдар алмаштырылған, производствола реконструкция үткәрелгән, ҡулланыу ваҡыты үткән ҡорамалдар тикшерелгән. «Юбилей» карьеры асыҡ тау эштәре өсөн яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған.