6 декабрь, Шишәмбе

29 декабрь 2010 йыл, 14:02

Екатерина Лахова Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары менән аралашты

автор: "Башинформ"

Башҡортостандың Дыуан районы үҙәге – Мәсәғүт ауылында Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Екатерина Лахова һәм БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарының ҡатын-ҡыҙҙар советтары вәкилдәре менән осрашты.

Осрашыу рәсми төҫтә булмаһа ла һәм район Мәҙәниәт йортоноң Яңы йыл тамашалары менән биҙәлеүенә ҡарамаҫтан, һөйләшеүҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп проблемалары күтәрелде. Атап әйткәндә, осрашыуҙа ҡатнашыусылар имен булмаған ғаиләләр, ғаиләлә ҡатмарлы хәлдәр килеп тыуғанда психологтар менән консультациялар үткәреүҙең халыҡ-ара тәжрибәһен индереү кәрәклеге һәм айырылышыуҙар һанын кәметеү буйынса башҡа саралар тураһында һөйләне. Бынан тыш, ҡатын-ҡыҙҙарҙың эскелеккә бирелеүе һәм һөҙөмтәлә балаларҙың ҡараусыһыҙ ҡалыуы темалары ҡуҙғатылды.  

Осрашыу аҙағында Екатерина Лахова республика ҡатын-ҡыҙҙарын яҡынлашыусы Яңы йыл менән ҡотланы һәм бөтә ҡатын-ҡыҙҙар советтарына яңы йылда уңышлы эшләүҙәрен теләне.