10 декабрь, Шәмбе

29 декабрь 2010 йыл, 13:40

Республика башлығы енәйәттәрҙе асыҡлауҙы арттырырға талап итте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдарын енәйәттәрҙе, беренсе сиратта, ауыр енәйәттәрҙе, асыҡлауҙы арттырырға саҡырҙы.

— Енәйәтселек проблемаһы төбәгебеҙҙә элеккесә бик киҫкен тора, — тине ул шаршамбы көнө БР Прокуратураһындағы кәңәшмәлә. – Быйыл 11 айҙа республикала 15 меңдән ашыу ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәт яһалды. Был уҙған йылдың шул уҡ осорондағынан һигеҙ процентҡа кәмерәк булһа ла, беҙҙең статистика яҙмышы боҙолған был 15 мең кешенең береһен дә йыуатмай. Мин, республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары һәр кешенең именлеге өсөн яуаплы тип, тағы бер тапҡыр иҫкәртер инем.

Бөгөн, Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостанда теркәлгән енәйәттәрҙең һәр өсөнсөһө асылмайынса ҡала. Бынан тыш, вазифалы кешеләрҙең енәйәттәрен йәшереү кеүек кире тенденция урын ала. Ҡайһы берҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре енәйәтте асыҡлау урынына уны теркәүҙән баш тарталар.  

— Ошо рәүешле эш итеүселәр ысынында иһә енәйәтте йәшереп, енәйәтселәргә булышлыҡ итәләр, — тине Президент. — Быйыл декабрҙә генә республика Прокуратураһы ошондай енәйәтте йәшереүҙең 40 фактын асыҡланы. Шуға күрә хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселегенә енәйәтте теркәүҙән баш тартҡан хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ҡәтғи саралар күрергә кәрәк. Әгәр республикабыҙҙа тәртип урынлаштырмаһаҡ, иртәме-һуңмы беҙҙә лә Кущевский станицаһындағы кеүек хәлдәр килеп тыуыуы ихтимал.