Фото:
Әнүәр Мәхмүтов Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе итеп тәғәйенләнде


Фото:

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов үҙ Указы менән Әнүәр Мәхмүтовты Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе итеп тәғәйенләне.
Әнүәр Әнәс улы Мәхмүтов 1955 йылдың 26 сентябрендә Өфөлә тыуған. Юғары белемле – Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған.
1979-1985 йылдарҙа – СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының физика һәм математика бүлеге стажер-тикшеренеүсеһе, кесе ғилми хеҙмәткәре.
1985-1996 йылдарҙа – хәрби хеҙмәттә.
1996-2005 йылдарҙа – Өфө ҡала хакимиәте башлығы ярҙамсыһы.
2006-2010 йылдарҙа – Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең төп белгесе — хакимиәт башлығы ярҙамсыһы.
2010 йылдың декабренән әлеге ваҡытҡа тиклем – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары.
***
Республика башлығының икенсе Указы менән Николай Курапов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе вазифаһынан бушатылды.
Ул Башҡортостан Президенты советнигы итеп тәғәйенләнде.







