Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

25 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөнөң ҡулланыу баҙары тотороҡло

Иҡтисад

Мэрияла 2010 йыл йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев республика баш ҡалаһының ҡулланыу баҙарындағы хәлде тотороҡло тип атаны.  

Быны иҫбатлап, ул түбәндәге һандарҙы килтерҙе: быйыл 9 айҙа уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда тотош ҡала буйынса ваҡлап һатыу сауҙа әйләнеше ғәмәлдәге хаҡтарҙа 9 процентҡа артты һәм 201 миллиард һум тәшкил итте, түләүле хеҙмәтләндереүҙәр күләме 12 процентҡа артты һәм 69 миллиард һум тәшкил итте.

Павел Качкаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, аҙыҡ-түлек кәрзинендә булған 25 тауар төрөнөң 19-ын республика тауар етештереүселәре тәьмин итә. Ҡаланың сауҙа селтәрендә социаль тауарҙар ассортименты тулы күләмдә һаҡланып килә.  

Халыҡты республика етештереүселәренең йәшелсә продукцияһы менән тәьмин итеү өсөн 25 сентябрҙән 31 октябргә тиклем ял көндәрендә көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре үткәрелде. 17 йәрминкә көнөндә 195 йәрминкә ойошторолдо, 18 майҙансыҡ йәлеп ителде. Бынан тыш, Өфөлә Яңы йыл алды ит йәрминкәләре үткәрелде, унда ҡала халҡы арзан хаҡҡа ит һәм башҡа төрлө продукция һатып ала алды.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть