6 декабрь, Шишәмбе

29 декабрь 2010 йыл, 11:01

Яңы йылда урамдарға 800 мең самаһы кеше сығасаҡ

автор: Ольга Мортазина

Яңы йыл төнөндә урамдарға һәм боҙ ҡаласыҡтарына (улар республика ҡалаларында һәм ауылдарында 150-нән ашыу) 800 мең самаһы кеше сығасаҡ. Граждандар борсолмай, тыныс ял итә ала: йәмәғәт тәртибен өс меңдән ашыу милиционер күҙәтәсәк. Уларға байрамды эштә ҡаршыларға тура киләсәк. Был турала брифингта БР эске эштәр министры урынбаҫары, йәмәғәт именлеге милицияһы начальнигы Александр Овчинников хәбәр итте.

Яңы йыл каникулдарына тағы бер ҙур байрам – Раштыуа тура килә. Башҡортостандың 139 православие ғибәҙәтханаһына 40 мең самаһы христиандар ғибәҙәт ҡылырға киләсәк. Уларҙың тыныслығын мең милиционер һаҡлаясаҡ.

2011 йылдың 1 ғинуарынан 10-ына тиклем боҙ ҡаласыҡтарында һәм Яңы йыл шыршылары эргәһендә мең ярым милиционер дежур итәсәк, уларға шулай уҡ шәхси һаҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәре ҡушыласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығында.