3 декабрь, Шәмбе

29 декабрь 2010 йыл, 10:32

Федераль бюджеттан һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә 7,9 миллиард һум аҡса бүленә

автор: "Башинформ"

2011-2012 йылдарға иҫәпләнгән Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһына ярашлы Башҡортостан федераль ҡаҙнанан 7,925 миллиард һум аҡса аласаҡ. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикова рәйеслегендәге комиссия республикала һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙең төбәк программаһын хупланы.

2010 йылдың авгусында Рәсәй Хөкүмәте һәр төбәккә һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялауҙың үҙ концепцияһын эшләргә ҡушҡайны. Башҡортостанда ул ноябрь аҙағында ойошторолдо. Финанслау күләмдәре буйынса республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында, Түбәнге Новгород һәм Һамар өлкәләренән һуң, өсөнсө урынды биләне; Татарстан был күрһәткес буйынса – дүртенсе урында. Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыуға киләһе ике йыл эсендә федераль бюджеттан бөтәһе 460 миллиард һум аҡса бүленәсәк.

Аҡса беренсе сиратта халыҡтың үлем күрһәткестәренә ҙур йоғонто яһаған сирҙәргә (йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, онкологик ауырыуҙарға) ҡаршы көрәшкә, тышҡы сәбәптәрҙән (имгәнеүҙәр, үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙар) үлемде кәметеүгә, акушерлыҡты һәм гинекологияны, перинатологияны үҫтереүгә йүнәлтеләсәк.

Дауалау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу (төҙөлөш, капиталь ремонт, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу) мөһим бурыстарҙың береһенә әүереләсәк. Башҡортостанда туғыҙ медицина округы ойоштороу планлаштырыла, уларҙың үҙәктәре Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Белорет, Күмертау ҡалаларында һәм Мәсәғүт ауылында (Дыуан районы) буласаҡ. Уларҙа махсус медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса муниципаль-ара медицина үҙәктәре урынлашасаҡ. Шулай уҡ республика программаһы менән Республика балалар клиник дауаханаһында диагностика корпусын, Октябрьский ҡалаһында хирургия һәм акушерлыҡ-гинекология корпустарын, Мәсәғүттә муниципаль-ара үҙәк һәм Өфө ҡалаһының 13-сө ҡала клиник дауаханаһында яңы  корпус  төҙөү ҡарала.

Тағы ла бер йүнәлеш – медицинала мәғлүмәт технологияларын үҫтереү. Был ауырыуҙарҙың һәм күрһәтелгән медицина хеҙмәттәре иҫәбен алыуҙы тәьмин итеү өсөн илебеҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһында берҙәм мәғлүмәт селтәре булдырыу мөмкинлеге бирәсәк. Ә был, кешеләр Рәсәйҙең һәр төбәгендә медицина ярҙамы ала аласаҡ, тигән һүҙ. Ошо маҡсатта берҙәм медицина полисы булдырыласаҡ. Бынан тыш, эште автоматлаштырыу документтар тултырыу ваҡытын ҡыҫҡартып, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү ваҡытын оҙайтасаҡ.

Федераль аҡса шулай уҡ медицина ярҙамы кимәленә   (тәүге ярҙамдан алып юғары технологиялыға тиклем) ҡарап, уның берҙәм федераль стандарттарын индереүгә тотоноласаҡ. Был стандарттар ғәмәлгә индерелгәндән һуң граждандар бөтә ил территорияһындағы медицина учреждениеларында берҙәй сифатлы медицина ярҙамына эйә буласаҡ. Бынан тыш, яңылыҡтар һөҙөмтәһендә пациенттарҙың төрлө дарыуҙар, заманса материалдар алыу мөмкинлеге киңәйәсәк, ә медицина хеҙмәткәрҙәре сифатлы хеҙмәттәре өсөн лайыҡлы эш хаҡына эйә буласаҡ.

“Программаны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 2012 йылдан һуң Рәсәй һаулыҡ һаҡлау системаһын артабан үҫтереү өсөн нигеҙ һалынасаҡ. Программаны уңышлы тормошҡа ашырыу заманса медицина ярҙамының барыһы өсөн дә асыҡ булыу гарантияһына әүереләсәк”, – тине Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Георгий Шебаев.

2011 йыл йомғаҡтары буйынса уңышлы эшләгән төбәктәр 2012 йылға өҫтәмә средстволар алыуға иҫәп тота ала.

темалар: һаулыҡ һаҡлау