Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов — йылдың иң абруйлы 30 кешеһе исемлегендә

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Валовый Внутренний Продукт” (“ВВП”) федераль журналы билдәләүенсә, йылдың иң абруйлы 30 кешеһе исемлегенә инде.

Уҙып барыусы йылдың һуңғы һанында иҡтисади баҫма абруйлы сәйәсмәндәр һәм чиновниктар рейтингын тәҡдим итте. Атап әйткәндә, был исемлекте федераль башҡарма власть вәкилдәре, Рәсәй Президенты Хакимиәтенең абруйлы кешеләре, төбәк башлыҡтары, эре дәүләт компаниялары етәкселәре һәм сәйәсмәндәр тәшкил итә. Шәхестәр 2010 йылдағы карьера ҡаҙаныштарына нигеҙләнеп һайлап алынған, журнал эксперттары асыҡ мәғлүмәткә һәм факттарға таянған.

«Урындағы юғары шәхестәр менән бәйләнеше булмаған «РусГидро» топ-менеджеры Рөстәм Хәмитовтың июлдә Башҡортостан башлығы итеп һайланыуы төбәктең элекке башлығы эшләгән осорҙа барлыҡҡа килгән федераль властар менән мөнәсәбәттәрҙәге көсөргәнешлелекте бөтөрөү мөмкинлеге бирҙе. Яңы Президент “үҙәк менән һуғыш”ты ҡәтғи тыйҙы. Шулай уҡ ул, Мортаза Рәхимов менән бәхәс арҡаһында төбәктән киткән бизнесмендарҙы ҡайтырға һәм эшмәкәрлеген дауам итергә саҡырып, Башҡортостанда эшлекле мөнәсәбәттәрҙе һауыҡтырҙы”, — тип яҙа “ВВП” журналы.

Рөстәм Хәмитов менән бер рәттән, йылдың 30 кешеһе рейтингында Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Аркадий Дворкович, Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Нарышкин, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов, Рәсәй Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Виктор Зубков, Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Сергей Иванов, Рәсәй Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин, Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры Виктор Христенко, Рәсәй финанс министры Алексей Кудрин, Мәскәү мэры Сергей Собянин, Ростов өлкәһе хакимиәте башлығы Василий Голубев, Чечня Республикаһы Президенты Рамзан Ҡадиров, Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов, Свердловск өлкәһе губернаторы Александр Мишарин, “Росатом” дәүләт корпорацияһы етәксеһе Сергей Кириенко һәм башҡалар бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть