11 декабрь, Йәкшәмбе

29 декабрь 2010 йыл, 8:58

Рузалия Хисмәтуллина Башҡортостандың финанс министры итеп тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

Рузалия Хисмәтуллина Башҡортостандың финанс министры итеп тәғәйенләнде. Ярашлы Указға республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Указ ҡул ҡуйған көндән үҙ көсөнә инде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығы матбуғат хеҙмәтендә.

Биографик белешмә.

Рузалия Сафиулла ҡыҙы Хисмәтуллина 1954 йылда Мари АССР-ы Маркинский районының Комсомольск ҡасабаһында тыуған. Ҡазан финанс-иҡтисад институтын тамамлаған.

1976-1994 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығында иҡтисадсы, өлкән иҡтисадсы, бүлек начальнигы урынбаҫары, бүлек начальнигы.

1994 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы финанс министры урынбаҫары, беренсе урынбаҫары булып эшләне.

Рузалия Хисмәтуллина «БР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы» исеменә лайыҡ, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

***

Башҡортостан Президентының икенсе Указы менән Айрат Ғәскәров, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы финанс министры вазифаһынан бушатылды.