8 декабрь, Кесе йома

28 декабрь 2010 йыл, 17:38

Яңы йыл алды йәрминкәләрендә Өфөлә 1142 тонна ит һатылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

4 декабрҙән 26 декабргә тиклем Башҡортостан баш ҡалаһында Яңы йыл алды йәрминкәләре үтте. Ауыл халҡы өсөн 5600-ҙән ашыу сауҙа урыны ойошторолдо. БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәләрҙә бөтәһе 1142,4 тонна ит һатылды. Ауыл хужалығы предприятиелары ҡала халҡына итте килограмын 145 — 187 һумдан һатты. Был уртаса баҙар хаҡтарынан 20-40 һумға арзаныраҡ.

Аграрийҙар 177-215 һумдан 92,6 тонна ҡош-ҡорт ите лә һатты. Уҙған йыл кимәле менән сағыштырғанда иткә хаҡтар 10 — 15 процентҡа арзаныраҡ булды.