Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Фидус Ямалетдинов: «Социаль ярҙам идеологияһы үҙгәртелергә тейеш»

Йәмғиәт

— Башҡортостан Президенты халыҡты эш урындары, лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итеү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу бурысын ҡуйғайны.  Бөтә өс күрһәткес буйынса беҙ дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән артта ҡалабыҙ, — тип белдерҙе кисә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында барған «Осраҡлы булмаған кешеләр» программаһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов.  

Ул халыҡты эш менән тәьмин итеү мәсьәләһенең иҡтисад өлкәһенә ҡарауын һәм бөгөн ике программа сиктәрендә хәл ителеүен билдәләне. Беренсеһе — ул халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү. Был программа федераль бюджет субсидиялары иҫәбенә финанслана һәм эш эҙләгән кешеләргә тәғәйенләнгән. Икенсе программа хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеүгә йүнәлтелгән.

Фидус Ямалетдинов әйтеүенсә, ике программа структураһында ла бер нисә йүнәлеш бар: ҡайтанан уҡытыу, булған вакансияларҙың мәғлүмәт базаһы менән таныштырыу, үҙеңдең бизнесыңды асыуға старт капиталы бүлеү, йәш белгестәрҙең ойошмаларҙа стажировкаһы, инвалидтарҙы һәм балалы ҡатындарҙы эшкә урынлаштырыу. Уның фекеренсә, был йүнәлештәрҙең барыһы ла төбәктә эшһеҙҙәр һанын кәметергә ярҙам итәсәк.

Вице-премьер һөйләгән икенсе мөһим проблема — социаль торлаҡ. Әлеге ваҡытта республикала 900 күп балалы ғаилә торлаҡ алыуға сиратта тора.  

Уларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге тураһында Фидус Ямалетдинов бына нимә тине: «Республикала социаль торлаҡ төҙөлөшө буйынса махсус программа әҙерләнгән. Был программа буйынса төҙөлөүсе торлаҡтың 60 проценты эконом-класҡа ҡараясаҡ. Баҙарҙа социаль торлаҡ һатып алыу мәсьәләһендә халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан заказсы барлыҡҡа киләсәк».

Фидус Ямалетдинов әйтеүенсә, социаль ярҙам идеологияһы яҡын арала үҙгәртелергә тейеш.  

— Кешеләргә лайыҡлы эш табыуҙа ярҙам итерлек шарттар булдырырға кәрәк, — тип белдерҙе Премьер-министр урынбаҫары.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть