3 декабрь, Шәмбе

28 декабрь 2010 йыл, 17:04

Мәғариф министрлығында Уҡытыусы йылының һуңғы наградалары тапшырылды

автор: Әлфиә Әһлиуллина | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан мәғариф министрлығында Яңы йыл алдынан республиканың иң яҡшы педагогтарын наградлау тантанаһы үтте. Уны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Рәхмәтуллина үткәрҙе.  

Вице-премьер, уҙып барыусы йыл – Уҡытыусы йылы мәғариф өлкәһендә төрлө сараларға бик бай булды, тип билдәләне. Уларҙың күбеһе ижтимағи аңда уҡытыусыларға ҡарата игелекле һәм ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләүгә, педагогтарҙың профессиональ үҫешенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелде. Быларҙың барыһының да һөҙөмтәһендә 2010-2012 йылдарға «БР-ҙың педагогик кадрҙары» республика программаһы ҡабул ителде.

— Хәҙерге йәмғиәттә уҡытыусылар — хөрмәтле, кәрәкле, талап ителгән категория. Уҙып барыусы йыл беҙҙең барыбыҙға ла был турала тағы бер тапҡыр иҫкәртте, — тине Зөһрә Йыһанур ҡыҙы.

Был юлы 12 педагог республиканың юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Уларҙың унына «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән почетлы исем бирелде. Өфө дәүләт авиация техник университеты профессоры Рөстәм Монасипов һәм Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының беренсе проректоры Наталья Солодилова «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» исеменә лайыҡ булды.