9 декабрь, Йома

28 декабрь 2010 йыл, 15:56

Башҡортостанда һайлау кампанияһы старт алды

автор: Марина Шумилова

Башҡортостандың 777 ҡала һәм ауыл биләмәһе Советы үҙ депутаттарын сираттағы һайлау өсөн берҙәм тауыш биреү көнөн 2011 йылдың 13 мартына тәғәйенләне, тип хәбәр итә БР Үҙәк һайлау комиссияһы.

Район гәзиттәрендә республика ҡала һәм ауыл биләмәләре Советтарының сираттағы һайлауҙарҙы тәғәйенләү тураһында ҡарарҙары баҫылып сыҡты. Шулай уҡ 20 һайлау округы буйынса муниципаль район Советы депутаттарын өҫтәмә һайлау тәғәйенләү тураһында 13 территориаль һайлау комиссияһының ҡарары баҫылды.  

Дөйөм алғанда, 2011 йылдың 13 мартында республика территорияһында 7378 депутат һайланасаҡ, шул иҫәптән ике БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын (28-се Отрада һайлау округы һәм 45-се Иглин һайлау округы буйынса) өҫтәмә һайлау үткәреләсәк. Һайлаусылар исемлегенә 1 миллион 205 мең кеше индереләсәк.

темалар: һайлау