7 декабрь, Шаршамбы

28 декабрь 2010 йыл, 15:08

Ун һумлыҡ ҡағыҙ аҡсалар әйләнештән алына, яңы мең һумлыҡтар индерелә

автор: Светлана Ғәфүрова

Республикала йәшәүселәрҙең күбеһе сауҙа нөктәләрендә һәм транспортта ун һумлыҡ ҡағыҙ аҡсалар етешмәү проблемаһы менән осрашты ла инде. БР Милли банк рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов аңлатыуынса, был ҡағыҙ ун һумлыҡтарҙың әйләнештән алыныуы һәм ун һумлыҡ тәңкәләргә алмаштырылыуы менән бәйләнгән.

— Әммә был купюралар ҡапыл алынмаясаҡ, аҡрынлап бөтөрөләсәк, – тип өҫтәне Рөстәм Хәбиб улы. — Дәүләткә тиҙ туҙған ҡағыҙ аҡсалар эмиссияһына средстволар түгеү файҙалы түгел. Ваҡ тәңкәләргә әлегә талап бар, ләкин аҡрынлап кәмей бара. Ваҡ тинлектәр әйләнештән кире ҡайтмай һәм уларға һорау кәмегәндән-кәмей.  

Рөстәм Мәрҙәнов шулай уҡ, республикала яңы мең һумлыҡ купюра әйләнешкә индерелде, уның һаҡ элементтары элеккеһе менән сағыштырғанда арттырылды, тип хәбәр итте.

темалар: финанстар