Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Лилиә Ғүмәрова балалар психоневрология үҙәгенә барҙы

Йәмғиәт

28 декабрҙә БР-ҙа Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрова 2-се Республика клиник дауаханаһының Балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәгенә барҙы.  

Ул Үҙәк белгестәре менән осрашты, дауаланған балалар эргәһенә инде, сабыйҙарҙың ата-әсәләре менән аралашты. Яңы йыл иртәлегендә Лилиә Ғүмәрова балаларҙы яҡынлашыусы байрам менән ҡотланы һәм уларға тиҙерәк һауығыуҙарын теләне.

Балалар үҙәгендә балалар омбудсмены бинаны: йоҡо һәм уйын бүлмәләрен, рефлексотерапия, логопедтар, массаж, кварцлау һәм дауалау процедуралары кабинеттарын ҡарап сыҡты. Уға Үҙәктең ҡорамалдарын күрһәттеләр.

— Балаларҙы инвалидлыҡ стадияһында түгел, ә ауырыуҙы асыҡлау стадияһында дауалау мөһим, — тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова. – Балаларҙы яратырға, улар менән шөғөлләнергә кәрәк. Мәҫәлән, тәбиғәткә алып сығырға, тиҫтерҙәре менән аралашыу мөмкинлеге бирергә. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар мәктәптә лә уҡый алалар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть