11 декабрь, Йәкшәмбе

28 декабрь 2010 йыл, 14:16

Дәүләт Думаһы экс-депутаты Эрнст Исаев БР Хөкүмәте вице-премьеры булыуы ихтимал

автор: "Башинформ"

Рәсәйҙең ҡайһы бер мәғлүмәт агентлыҡтары Башҡортостан Хөкүмәтендә көтөлгән үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәт таратты. Атап әйткәндә, ИТАР-ТАСС–Волга буйы, Дәүләт Думаһы "Берҙәм Рәсәй"ҙән депутат Эрнст Исаевтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатты, тип хәбәр итә. Мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Закондар сығарыу Палатаһы «Исаевты Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһына тәғәйенләү менән бәйле, уның депутатлыҡ вәкәләттәрен һалыу тураһында яҙма ғаризаһы нигеҙендә был ҡарар өсөн тауыш бирҙе».

БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтендә был мәғлүмәтте кире лә ҡаҡманылар, раҫламанылар ҙа. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында иһә был хәбәргә шикләнеп ҡаранылар. Бөгөн иртәнсәк министр креслоһында элеккесә Азат Йыһаншин ултыра ине.  

БР Ауыл хужалығы министрлығындағы сығанаҡ хәбәр итеүенсә, ихтимал, Исаевты элек Шамил Вахитов биләгән БР Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһына тәғәйенләйәсәктәре тураһында һүҙ баралыр. Мәғлүм булыуынса, 10 декабрҙә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин үҙ бойороғо менән Шамил Вахитовты Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләгәйне. Унан алда Вахитов — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ә уға тиклем БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, республиканың ауыл хужалығы министры вазифаһын биләгәйне.