9 декабрь, Йома

28 декабрь 2010 йыл, 11:50

Траволатор һәм эскалаторҙар Өфө станцияһы вокзалында хәрәкәт итеүҙе еңеләйтәсәк

автор: Любовь Колоколова

Өфө тимер юл вокзалы яңы ҡоролмаларҙы файҙаланыуға тапшырғандан һуң заманса, уңайлы комплексҡа әйләнде. Яңылыҡтарҙың береһе булып вокзал майҙаны өҫтөнән үтеү юлында ҡуйылған траволатор тора. Ул йәмәғәт транспорты туҡталышынан вокзалдың үҙәк өлөшөнә – купол аҫтындағы өс ҡатлы бинаға илтә.  

Аңлатып үтәйек, траволатор – ул йәйәүлеләрҙең йөрөүен тиҙләтергә йәки еңеләйтергә мөмкинлек биреүсе хәрәкәт итеүсе баҫҡысһыҙ юл. Ул сауҙа үҙәктәрендә, вокзалларҙа һәм аэропорттарҙа ҡуйыла. Өфөлә был система кешеләр күмәк йөрөгән урындарҙа киң таралмаған әле.  

Өфө станцияһы вокзалындағы траволатор реверс арҡаһында пассажирҙар ағымына бәйле йөрөшөн үҙгәртә ала. Хәҙер ул вокзал яғына хәрәкәт итеүгә көйләнгән. Был хәрәкәт итеүсе юлдарҙан тыш яңы ҡоролмаларҙа эскалаторҙар ҙа урынлаштырылған. Улар бөтәһе 12, шул иҫәптән конкорста ла.