9 декабрь, Йома

28 декабрь 2010 йыл, 11:12

Мал иҫәбен алыуға талапты көсәйтәләр

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда мал аныҡ иҫәпкә алынырға тейеш. Эш кәңәшмәһендә муниципаль райондарҙың ауыл хужалығы идаралыҡтары начальниктары алдына ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин ошондай бурыс ҡуйҙы. Ведомство башлығы өҫтәп яҙыуҙарҙы бөтөрөргә һәм мал иҫәбе буйынса отчеттарҙың дөрөҫлөгөнә контролде көсәйтергә талап итте.  

Министрҙың беренсе урынбаҫары Николай Коваленко булған бөтә малға контроль үткәрергә тәҡдим итте. Был сара айырыуса зарур. Декабрь айында БР Ауыл хужалығы министрлығы республиканың дүрт районында реаль күрһәткестәрҙе билдәләү һәм отчетлылыҡты сағыштырып ҡарау өсөн мал һанын иҫәпкә алыуҙы тикшерҙе. Һөҙөмтәлә булған мал һанын 1,2 — 2  тапҡырға арттырып күрһәтеүҙәре асыҡланды.