Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан 2011-2012 йылдарҙа һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә 8 миллиард һум самаһы аласаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостан 2011-2012 йылдарҙа төбәк һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү комплекслы программаһын тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 7,925 миллиард һум аҡса аласаҡ, тип хәбәр итә "Интерфакс-Поволжье" агентлығы, БР Президентының матбуғат секретары Артем Вәлиевҡа һылтанып.

Был средстволар республикаға илдең бөтә һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялау сиктәрендә РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы тарафынан иғлан ителгән төбәк программалары конкурсы һөҙөмтәләре буйынса бүленде, тип аныҡлай Артем Вәлиев.

Республика яҡлаған программа һаулыҡ һаҡлауҙы өс төп йүнәлеш буйынса үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть