5 декабрь, Дүшәмбе

28 декабрь 2010 йыл, 10:18

Башҡорт драмтеатры Төркиәгә фестивалгә саҡырыу алды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Төркиәнән «Мең һулыш һәм бер тауыш» IV халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестиваленә саҡырыу алды. Ойоштороу комитеты башҡорт коллективына фестивалдә «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» спектакле (режиссеры Айрат Абушахманов) менән сығыш яһарға тәҡдим итте.

Әйтергә кәрәк, Башҡорт академия театры спектакле төрөк тамашасыһына таныш. Тәүге тапҡыр Төркиәлә «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» спетаклен быйыл май айында Истанбулда Башҡортостан Республикаһының Фән һәм мәҙәниәт көндәре ваҡытында ҡаранылар.

Театрҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Мең һулыш һәм бер тауыш» фестивале 2011 йылдың апрель айының икенсе яртыһына планлаштырылған. Ул Төркиә Республикаһының иң ҙур һәм боронғо ҡалаларының береһе – Коньяла үтәсәк.