5 декабрь, Дүшәмбе

27 декабрь 2010 йыл, 17:47

Дмитрий Медведев Дәүләт Советы Президиумы ултырышын Башҡортостанда үткәреү идеяһын хупланы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев РФ Дәүләт Советы Президиумының милләт мөнәсәбәттәре буйынса ултырышын Башҡортостанда үткәреү идеяһын хупланы.

— Был тема бик ҡатмарлы һәм күп яҡлы, — тине ил Президенты шаршамбы көнө Дәүләт Советының Кремлдәге ултырышында, — ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул йыш ҡына популяр булып сыҡмай. Шуға күрә уға даими мөрәжәғәт итергә кәрәк. Дәүләт Советы Президиумы ултырыштарының береһен мин уны тикшереүгә арнар инем, һәм яуаплы кешеләргә уны ҡасан, ҡайҙа ойошторорға мөмкин булыуы тураһында уйларға ҡушасаҡмын. Уны үткәреү урыны Башҡортостан булыуы бик тә ихтимал.  

Бындай ултырышты үткәрергә тигән тәҡдимде Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов индерҙе. Уның фекеренсә, республикабыҙ милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе хәл итеү тәжрибәһен башҡа төбәктәр менән уртаҡлаша ала. Был тема, Рөстәм Хәмитов иҫәпләүенсә, илдә экстремистик рухтағы дини һәм милли хәрәкәттәрҙең әүҙемләшә барыуы сәбәпле лә кисекмәҫтән тикшереүҙе талап итә.