3 декабрь, Шәмбе

27 декабрь 2010 йыл, 17:10

2010 йылдың 11 айында Урман хужалығы министрлығы 837 ҡуртым килешеүе төҙөнө

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы тарафынан быйыл 1 декабргә ҡарата 837 ҡуртым килешеүе төҙөлгән. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан урман фонды участкаларын ҡуртымға алыуҙың төп төрө булып рекреацион эшмәкәрлек тора. Был маҡсатта 0,7 мең гектар дөйөм майҙан менән урман участкаларына 278 договорға ҡул ҡуйылған.

Ауыл хужалығын алып барыу өсөн 219 договор төҙөлгән, уларға бирелгән участкалар майҙаны 212 мең гектар тәшкил итә.

Ағас әҙерләү урман участкаларын файҙаланыу төрҙәре буйынса өсөнсө позицияны биләй. Быйыл бизнес вәкилдәре менән 121 договор төҙөлгән, улар буйынса әҙерләү күләме миллион ярым кубометрҙан ашып китә. Ҡуртымға бирелгән участкалар майҙаны 604 мең гектар тәшкил итә.