Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты экстремизмға ҡаршы сыға

Сәйәсәт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты экстремизмға ҡаршы сығырға һәм исламға ҡарата ҡалыплашҡан кире фекерҙәр менән көрәшергә әҙер. Был турала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вәлиәхмәт Бәҙретдинов белдерҙе.

— Башҡарма комитет ҡарамағында беҙ төрлө йүнәлештәге ун комиссия һәм дин мәсьәләләре буйынса бер эшсе төркөм ойошторҙоҡ, — тине ул. – Уны Фәнзил Әхмәтшин етәкләйәсәк. Беҙ республиканың дини ойошмалары менән эшләйәсәкбеҙ һәм тейешле органдар менән диалог алып барасаҡбыҙ. Беҙ халыҡ араһында экстремистик лозунгылар таратыуға ҡаршы сығырға ниәтләйбеҙ. Әгәр был йүнәлеште контролгә алмаһаҡ, төрлө күңелһеҙ эҙемтәләр килеп тыуыуы ихтимал. Беҙ кешеләрҙә дингә ҡарата яҡшы мөнәсәбәт тәрбиәләргә ынтылабыҙ.  

Мәғлүм булыуынса, Фәнзил Әхмәтшин Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары һәм ул үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә бәйле мәсьәләләр өсөн яуаплы. Ул республикала кешеләрҙең дини үҙаңын тергеҙеү яҡлы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть